Хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм тышҡы сауҙа бәйләнештәрен киңәйтеү. Бөгөн Республика башлығының Франция-Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашыуында ошо мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы.Сит ил инвесторҙарын ҡыҙыҡһындырыу йәһәтенән Башҡортостан Рәсәй кимәлендә алдынғы 20 төбәк исемлегенә инә. Һуңғы йылдарҙа билдәле сәбәптәр тауар әйләнеше күләменең ҡыҫҡарыуына килтерҙе. Башҡортостан менән Франция араһындағы тауар әйләнеше былтыр 60 миллион долларға еткән. Был кимәлде ике яҡ та түбән, тип таный. Франция-Рәсәй сауҙа сәнәғәт палатаһы генераль директоры Павел Шинский фекеренсә, бөгөн ихтыяж һәм һатыу талаптарының берҙәм картаһын төҙөү зарур. Сит ил компанияларының күпселеге төбәктә тауар етештереүҙе ихтыяждарҙан сығып ойошторорға әҙер.
Өфөгә Франция вәкилдәре килде
Тулыраҡ: Өфөгә Франция вәкилдәре килде