Баш тренер алдында яңы бурыстар

Тулыраҡ: Баш тренер алдында яңы бурыстар

“Салауат Юлаев” командаһын ғына түгел, тотош Башҡортостанда хоккей дәрәжәһен юғары кимәлгә күтәреү. Республика башлығы Салауат Юлаев хоккей клубының яңы баш тренеры Эркка Вестерлунд менән осрашып ошо бурыстарҙы бойомға ашырыу мөһимлеген белдерҙе.Рөстәм Хәмитов Вестерлунд әфәндене республика менән ҡыҫҡаса таныштырып, спорт инфраструктураһы һәм хоккейға төбәлгән өмөттәр тураһында хәбәр итте. Башҡортостанда матди саралар Салауат Юлаев командаһын ғына түгел, ә балалар һәм үҫмерҙәр хоккейын нығытып, клубҡа алмаш әҙерләүгә лә йүнәлтелә.Яҡын арала Эркка Вестерлунд республикала хоккей объекттары менән танышырға, спортсылар менән осрашырға ниәтләй.