Республиканың милли музейында "Уйынсыҡ – йолалар коды" күргәҙмәһе асылды

Ул Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда ҙур,татыу ғаилә йылына арналған мөһим мәҙәни проекттар теҙмәһен дауам итә.
  • Республиканың милли музейында "Уйынсыҡ – йолалар коды" күргәҙмәһе асылды

Үҙенсәлекле экспозиция өсөнсө бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы алдынан ойошторолоп, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ысын мәғәнәһендә затлы бүләккә әйләнде.

Был проект мәҙәни байлыҡты, тарихи хәтерҙе һәм ғаилә ҡиммәттәрен үҙендә һаҡлаған уйынсыҡтар тураһында. Иғтибар үҙәгендә артефакттар. Уларға халыҡтың яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тыныслыҡ һәм матурлыҡ тураһындағы мәғәнәләр һалынған. Уйынсыҡҡа ҡарап, халыҡтың менталитетын һәм донъяға ҡарашын тойомларға мөмкин, әгәр бала донъяны уйын аша танып белһә, уйынсыҡ аша уның мәҙәниәтен өйрәнә, ти ойоштороусылар.