Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса башҡарыла.
Яҙлы-көҙлө ҡаршылыҡтар һыҙатына әйләнгән ҡырсынташ юлы тураһында хәҙер инде үткән заманда ғына һөйләргә ҡала. Ишембай районының Маҡар һәм Ҡолғона ауылдары халҡы өсөн юл өлөшөн реконструкциялау-күптән көтөлгән ваҡиға ине.
Юлсылар Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһын реконструкциялауҙы 2024 йылда башлағайны. Сиратағы 15 километрлыҡ участканы 2028 йылға тапшырырға вәғәҙәләйҙәр.
Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса алып барыла. Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры яңы юлдың сифатын баһалау өсөн шәхсән килде.
План буйынса автомобиль юлы Өфө-Инйәр-Белорет трассаһына алмашсы буласаҡ. Урындағы халыҡҡа ла файҙаһы етерлек, бынан тыш туристарға республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарының матур урындарына ҡыҫҡа ваҡытта һәм уңайлы юлдан барыу мөмкинлеген бирәсәк.







