Йәштәр менән күберәк аралашырға кәрәк

Республика башлығы төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе йәштәр менән күберәк осрашырға саҡырҙы.
  • Йәштәр менән күберәк аралашырға кәрәк

Был турала ул хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров «Патриот» паркында ойошторолған ирекмәндәр лагерында йәштәр менән йәнле һөйләшеү үткәргәйне. Осрашыу сиктәрендә әүҙемдәргә үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам да күрһәтелде. Оператив кәңәшмәнән хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.

Республикаға тиҙҙән ҡайтарыласаҡ 10 берәмек яңы автобустарҙың барыһы ла Стәрлетамаҡҡа бирелә. Сәбәбе — ҡалала йәмәғәт транспорты системаһын камиллаштырыу. Был хаҡта Радий Хәбиров оператив ултырышта белдерҙе. Республика башлығы фондынан Шишмәгә лә бер ни тиклем сумма бүленә.

Башҡортостандың башҡарма власть органдары вәкилдәре йәштәр менән осрашырға тейеш. Бының өсөн бөгөн уңайлы шарттар һәм мөмкинлектәр бар. Ошо хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров шәхсән белдерә. Шишмәләге «Патриот» паркында йәштәр өсөн даими уҙғарылған махсус уҡыуҙарҙа ҡатнашыусы киләсәк быуындың һорауҙары бихисап.

Һорауҙарҙың береһе – Башҡортостандағы «Сәләмәтлек поездары» хәрәкәте. Күсмә дауаханалар бер-нисә аҙнала тиҫтәләгән райондарҙа, бихисап ауылдарҙа булып, меңдәрсә пациентты хеҙмәтләндергән. Ҡыҙғанысҡа күрә, ошо ваҡыт арауығында йөҙҙәрсә кешелә яман шеш ауырыуы барлығы асыҡланған.

Сифатлы медицина хеҙмәте генә түгел, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн техникаға ныҡ мохтаж бөгөн Башҡортостан. Радий Хәбиров ҡала-райондарға яңы машина-тракторҙар һатып алыу өсөн мөмкинлектәр эҙләргә бойора.

Шулай ҙа, Башҡортостан халҡы бөгөн юлһыҙлыҡтан ыҙалай. Республикала йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәре араһында был мәсьәлә антирейтингтың тәүге урынында килә.

Башҡортостандың сағыштырмаса өлгөлө булырлыҡ тармаҡтары юҡ түгел. Мәҫәлән, ауыл хужалығы. Республикала тағы ла 4 йылдан һәр һыйырҙан йылына 10 мең килограмм һөт һауып алырға йыйыналар. Был һан — донъя кимәлендәге күрһәткес. Тик проектты бойомға ашырыуға ҙур суммалар, тимәк инвестициялар кәрәк.

Радий Хәбиров Башҡортостанда ир-егеттәрҙең сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырырға саҡыра. Республикала көслө заттарҙың ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда, 10 йылға кәмерәк.

Башҡортостан башлығының тағы бер белдереүе иғтибарҙа. Республика етәксеһе субьектта гәзит-журналдарға ярҙам барлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әйткәндәй, шишәмбелә Радий Фәрит улы Башҡортостандың матбуғат саралары вәкилдәре менән осраша.

Республиканың спорт министрлығына иһә бөгөн йәнә бер мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Ул сәләмәтлек үҙәктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға физик күнекмәләр менән шөғөләнеү мамкинлеге, ә тиҙҙән иһә Башҡортостанда йылдың иң ҙур сәйәси кампанияһы – Дәүләт думаһы һәм урындағы советтарға депуттатар һайлауға старт биреләсәк.