Унда Константин Толкачевтың емешле эшмәкәрлеген һәм төрлө яҡлы тормошон күрһәткән 49 фотоһүрәт тәҡдим ителгән. Фотоһүрәттәр араһында – билдәле фоторәссамдар Рәйеф Баҙыҡов, Булат Ғәйнетдинов, Андрей Старостиндың эштәре, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы фотобанкынан материалдар. Фотоматериалдар менән фоторәссам Хәлит Сафиндың әүҙем ҡатнашлығында бер төркөм белгестәр эшләгән. Коллекцияны төҙөүҙә Константин Борисовичтың тол ҡатыны Нина Николаевна әүҙем ҡатнашҡан, ул Толкачевтар ғаиләһенең шәхси архивынан фотолар тапшырған.
Беҙҙең Константин Борисович
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында Константин Толкачев иҫтәлегенә «Беҙҙең Константин Борисович» исемле фотокүргәҙмә асылды.







