Зилә Һаҙый ҡыҙы 1970 йылда Белорет районында тыуған. 1991 йылда Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлаған. 1994 йылдан Йәштәр театрында эшләгән. Зилә Сәйетова 45-тән ашыу роль башҡарған. Коллегалары уны тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. 2011-се йылда уға республиканың атҡаҙанған артисткаһы, 2022 йылда халыҡ артисткаһы тигән маҡтаулы исем бирелә.







