Республика башлығы БПЛА һөжүме тураһында иҫкәртеү өсөн QR-кодтар ҡулланырға саҡыра

Мәғлүмәт бик күп булыу сәбәпле дрондар һөжүме йәки ракета янауы тураһындағы мәғлүмәттең һуңлауы ихтимал.
  • Республика башлығы БПЛА һөжүме тураһында иҫкәртеү өсөн QR-кодтар ҡулланырға саҡыра

Был мәсьәләне телефон ярҙамында хәл итергә мөмкин. Куар код аша махус программа тиҙ арала хәүеф тураһында иҫкәртәсәк. Радий Хәбиров халыҡ араһында был мәғлүмәтте таратырға ҡушты. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле һауа торошо һәм пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе тураһында республика халҡы "112 тиҙ ярҙам" һәм "МЧС России" мобиль ҡушымтаһы аша белә ала.

Мәғлүмәтте шулай уҡ "Макс" мессенжерындағы рәсми аккаунттар аша ла алырға мөмкин.