Барыһы ла Еңеү өсөн!

Өфөлә үткән медиайыйындың девизы шулай атала.
  • Барыһы ла Еңеү өсөн!

Әле был тармаҡта 2 мең ярым кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла бер маҡсат өсөн-республика халҡының йәшәйешен яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итеү, уларҙы тикшерелгән мәғлүмәт менән тәьмин итеү өсөн эшләй. Әммә хәҙер көнәркәшлек арта. Интернет, сәхифәләр, социаль селтәрҙәр, агрегаторҙар, яһалма интеллект барлыҡҡа килеүе эҙмә-эҙлекле, ныҡышмал эш талап итә. Республика журналистарының яңы технологиялар дәүерендәге эше тураһында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова.

Медиайыйында ҡатнашыусыларҙы республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сәләмләне. Форум программаһы хәҙерге замандың төп талаптарын үҙ эсенә ала. Хәрби комиссарҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, федераль эксперттар менән бергә хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә эшләү үҙенсәлектәрен һәм патриотизм мәсьәләләрен тикшерҙе.

Түңәрәк өҫтәл артында илһөйәрлек һәм хәрби журналистарҙың эш шарттары тикшерелде. Республика журналистары үҙҙәренең проекттары хаҡында һөйләне. Беҙҙең телеканал хәбәрсеһе Зилә Авзалова «Позывной Уфа» программаһы авторы. Унда унда ирекмәндәрҙең, махсус хәрби опреацияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың яҡындарының тормошо яҡтыртыла. Программа өсөн сюжеттарҙы хәҙер хәрбиҙәр үҙҙәре лә ебәрә.

Хәрби хеҙмәткәр Руслан Әсәҙуллин хеҙмәттәше Рафиҡ Әхмәтшин менән бергә хатта блиндажда медиаүҙәк төҙөй. Унда улар гуманитар миссия менән фронтҡа килгән яугирҙар һәм ирекмәндәр менән «Фронт подкастары»н яҙҙыра.

Форумда киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәрен билдәләнеләр. Дәүләт наградаларына беҙҙең медиахолдинг хеҙмәткәрҙәре лә лайыҡ булды. Тауыш режиссеры Миләүшә Ярышева Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Радий Хәбиров 60 йылдан ашыу үҙ һөнәренә тоғро ҡалған легендар диктор Наилә Ғәләүетдиноваға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Уның үҙенсәлекле тауышы бөгөн дә «Рәсәй Башҡортостан Радиоһы " эфирында яңғырай.

Әйткәндәй, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы киләһе йыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын да билдәләй. Шулай уҡ, форум сиктәрендә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Элла Курильская һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәтенең шеф-редакторы, проекттар авторы Наталия Санникова ла билдәләнде. Улар Рәсәй журналистар Союзының Почет грамоталарын алды.

Медиайыйында ҡатнашыусылары өсөн бер нисә тематик майҙансыҡтар ҙа ойошторолдо. Төп темаларҙың береһе — яһалма интеллект. Журналистикала уның практик ҡулланылышына иң ҙур секцияларҙың береһе арналды. Нейрон селтәрҙәрен текстар яҙыуҙа ҡулланыу киң таралыуы билдәләнде. Медиафорум тамам. Республика өсөн көнүҙәк темаларҙы яҡтыртыуҙа журналистарҙың һөнәри оҫталығына һәм ижади әүҙемлегенә ихтьяж ҙур. Мәғлүмәт һуғышы осоронда айырыуса.