Республикала Хөкүмәт элемтәһе бүлексәһе ойошторолоуға 85 йыл

Радий Хәбиров республикала Хөкүмәт элемтәһе бүлексәһе ойошторолоуҙың 85 йыллығына арналған тантаналы ултырышта ҡатнашты.

Ул Рәсәй һаҡ хеҙмәтенең махсус элемтә һәм мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын оло юбилейҙары менән ҡотлап дәүләт наградалары тапшырҙы. Был хеҙмәт данлы юл үткән. Хәрби элемтәселәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Афғанда интернациональ бурысын үтәгәндә, Төнъяҡ Кавказда һәм Сүриәлә террорсылар менән алышҡанда батырлыҡ күрһәтә. Был традицияларҙы хәҙер Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар лайыҡлы дауам итә.