Рәсәйҙә "Йәш техниктар һәм инновация лидерҙары" конкурсының төбәк ярыштары тамамланды.

Унда Шишмә районы уҡыусылары ҙур уңыштарға өлгәште.
Рәсәйҙә "Йәш техниктар һәм инновация лидерҙары" конкурсының төбәк ярыштары тамамланды.

Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙә заманса алымдар. Мәктәптә уҡыған Искәндәр Насыров бөгөн автономиялы идара итеүсе платформа өҫтөндә эш алып бара. Система сүп-сар менән көрәшеүҙә яңы алым. Искәндәр Насыровтың уҡытыусыһы ла проектҡа юғары баһа бирә. Әгәр программа ысынбарлыҡта үҙләштерелә ҡалһа, көнкүреш ҡалдыҡтарын аралауҙа кеше ҡулы кәрәкмәйәсәк.

Буласаҡ инженерҙарҙың тағы бер тәҡдиме – Өфө балалар тимер юлында иҫкәртеү системаһы. Аяз Вәхитов үҙ проектын анимация таҫмаһы менән дә байыта алған. Йәнһүрәт тә тимер юлындағы хәүефһеҙлеккә арнала. Йәш "Кулибиндарҙың" ижады мөғжизәгә тиң. Йыһан ярҙамсыһы, робот-манипулятор һәм башҡалар. Рәсәй кимәлендәге конкурстың төбәк ярыштарында Башҡортостандан 150 йәш инженер ҡатнашҡайны. Шишмә районы исеменән сығыш яһаған 12 баланың 8-ҙе призерҙар тип танылһа, 3 уҡыусы еңеүселәр. Ә Имиль Шәкүров иһә, анимация фильмдары режиссеры. Ул "Башҡортостан символдары" тигән проект авторы.

Ғөмүмән, бөгөн балалар йәнһүрәттәр әҙерләүгә ынтыла. Ижади ярышта еңеү яулаған Амелия Ғәниева, мәҫәлән, "Минең Башҡортостаным" мәғлүмәт сайтын булдырған. Әйтеүебеҙсә, балалар йыһан менән таныш. Арсен Михайленко эшләгән робот ярҙамсы, тап космос даирәһенә ҡағылышлы. Манипулятор файҙалы ҡаҙылмалар табыу, ҡояш батаряларын төҙөү, хатта йыһандан ергә сигналдар ебәрә алыу һәләтенә эйә. Шулай ҙа, Шишмә уҡыусылары әле Мәскәүгә әҙерләнә. Улар Рәсәй кимәлендәге финал ярыштарында беренсе урынға өмөт итә.