Спорт залын асыу өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны бер тапҡыр бирелә торған түләү менән файҙаланған. Теманы хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә.
Грушаға һуғыу, көрәшеү һәм даими күнекмәләр эшләү бик мөһим. Йәйге каникулдарға ҡарамаҫтан, яңы спорт залында алма төшөргә лә урын юҡ. Амелия Бәхтийәрова күнекмәләргә күптән түгел генә йөрөй башлаған һәм ҡыҙҙың кәйефе етди.
Яңы спорт залы "Pride" көрәш клубының яңы йортона әйләнде. Элек күнекмәләр ҡуртымға алынған биналарҙа үткән, хәҙер уларҙың бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән үҙ залы бар. Клубтың баш тренеры, спорт мастерлығына кандидат Рим Кинйәбулатов 15 йыл дауамында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе өйрәтә.Клуб директоры ла үҙ өлгөһөндә тәрбиә бирә.
Илья Сәләхов махсус хәрби операция биләмәһендәге алыштарҙа ауыр һынау үтә, унда дрон-камикадзе һөжүме һөҙөмтәһендә ҡаты яралана. Алынған түләүгә тыуған ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт клубы асырға ҡарар итә.Яңы ҡорамалдарҙы һәм иркен бинаны тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре лә баһаланы. Спорт клубы күнекмәләр эшләү урын ғына түгел, ә ысын аралашыу һәм тәрбиә үҙәге. Балалар үҙҙәре билдәләүенсә, хәҙер шөғөлләнеүе күпкә ҡыҙыҡлыраҡ.Татамиҙа көрәш ҡыҙған арала клубта киләсәккә пландар төҙөлә: тәрбиәләнеүселәр һанын арттырыу, турнирҙар үткәреү һәм яңы чемпиондар үҫтереү. Ә иң мөһиме, балаларға тән менән генә түгел, рух менән дә көслөрәк булырға ярҙам итеү.







