Был турала Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе конференцияһында хәбәр итте. Теманы хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә.
Сәйәси каркасты тотоу. Радий Хәбиров Дәүләт Думаһында Башҡортостан мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан депутаттарға рәхмәт һүҙен еткерҙе. Ысынлап та, Махсус хәрби операция барған ваҡытта парламанттың юғары һәм түбән палаталары депутаттары хәрби шарттарҙа эшләй, төрлө закон проекттарын тәҡдим итә һәм ҡабул итә.
Рәсәй Президенты указына ярашлы, 20 сентябрь Дәүләт думаһына депутаттар һайланасаҡ. Алдан тауыш биреүҙә йәмғеһе 122 кандидат теркәлгән, уларҙың 18-е махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Әле бер урынға 10 кандидат дәғүә итә.
Республикала праймеризда өс йөҙ егерме меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был ил буйынса иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайлаусыларҙың иң ҙур хуплауын алған кандидаттар билдәләнде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөтә һайлау участкалары ла мөһим кампанияға әҙер.







