Унда йәмәғәт ойошмалары һәм милли-мәҙәни берекмәләр етәкселәре ҡатнашты. Республика башлығы билдәләүенсә, махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара тотороҡлоҡто һаҡлау һәм халыҡтар араһында низағ сығарырға тырышыусыларға ҡаршы көрәш көнүҙәк булып ҡала.Урындағы үҙидара органдары халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. Теләһә ниндәй вәзғиәт һәм милләт-ара низағ хәүефе тураһында тап улар иң тәүҙә белә. Шуға ла Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына милли сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы урынбаҫарҙарының һөнәри кимәлен баһаларға тәҡдим итте. Бының өсөн республика башлыҡы хакимиәте методик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.
Быйыл Рәсәй президентының "2036 йылға тиклем Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы" тураһындағы указы ғәмәлгә ингәйне. Радий Хәбиров Хөкүмәткә һәм муниципалитеттарға ғәмәлдәге норма-хоҡуҡ акттарын федераль документ талаптарына тап килтерергә ҡушты. Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Марат Мәрҙәнов төбәктә милләт-ара мөнәсәбәттәр торошон ыңғай баһаланы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, милләт-ара мөнәсәбәттәр даими иғтибар талап иткән өлкә. Махсус хәрби операция шарттарында иғтибар уғата артырға тейеш. Ултырышта шулай уҡ сит ил граждандарының социаль адаптацияһы буйынса саралар ҙа тикшерелде. Был йәһәттән республикала эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Сит ил граждандары ҡатнашлығындаҡы енәйәттәр быйыл 60 процентҡа аҙайған. 2026 йыл Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителгән. Уның сиктәрендә Башҡортостанда бик күп саралар үткәреләсәк. Улар араһында иң мөһиме- балалар фольклориадаһы.







