Республика башлығы ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән семинар үткәрҙе

Унда биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә, урындағы үҙидара органдарының артабанғы эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
  • Республика башлығы ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән семинар үткәрҙе

Семинарҙы асып Радий Хәбиров муниципалитеттарға республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин иткән, мөһим программалар һәм проекттарҙы үтәгән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан ил Президенты билдәләгән стратегик курсҡа тоғро ҡала. Илебеҙҙең именлеген тәьмин итеү, иҡтисадты нығытыу, технология үҫеш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә республикала башҡаларға үрнәк. Быйыл Башҡортостан сәнәғәте 4,3 процентҡа үҫкән. Республика инвестициялар йәлеп итеү уңайлылығы буйынса өсөнсө урын алды. Ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеү эштәрен уңышлы тамамланы.

Тағы ла бер йүнәлеш — инфраструктураны һәм уңыйлы ҡала мөхитен үҫтереү. Быйыл Дәүләт Думаһы, Өфө ҡала советы һәм урындағы үҙидара органдары депутаттары һайланасаҡ. Был сараларға яуаплы ҡарарға саҡырҙы Радий Хәбиров. Республика башлығы бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне.