Республикала иғлан ителгән ҙур һәм татыу ғаилә йылында егерменән ашыу команда стартҡа сыҡты. Ярыштар «Хәләл фест» фестивале сиктәрендә үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.
Илья Макаров ҡала майҙансығы янында үҙен бик ышаныслы тоя. Ҡул — махсус операция зонаһына киткәнгә тиклем үк өйрәнгән хәрәкәттәрҙе хәтерләй. Хәҙер ир тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайта һәм тыуған ере — Ғафури районында бизнес аса."Ғаилә уйындарына" ир ҡатыны һәм ике балаһы менән килгән, беҙ еңеүгә әҙер, ти улар.
Артабан эстафетаны Кәримовтар ғаиләһе ала. Ғаилә башлығы Рөстәм команда өсөн мәрәйҙәр йыйған арала, ҡатыны Янаның ҡулында уларҙың кесе ҡыҙы татлы йоҡоға талған. Яна Кәримова — Рөстәм Кәримовтың ҡатыны. Интеллектуаль этапта — география һәм ғаилә бюджеты нигеҙҙәре буйынса белем тикшерелде. Әйткәндәй, уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө хәҙер параллель рәүештә «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһы буйынса уҡый.
Бындай ғаилә уйындары быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһе февраль айында үтте. Ойоштороусылар билдәләүенсә, республикала иғлан ителгән ҙур һәм татыу ғаилә йылында бындай саралар һаны артасаҡ. Был юлы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре араһында ярыштар «Хәләл-фест»фестивале сиктәрендә үтте. Командалар еңеү өсөн көрәшкәндә, байрам ҡунаҡтары эҫе былау менән һыйланды.Тәм-томдар, милли ризыҡтар былар барыһы ла башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы хаҡында һөйләй. Байрам йөҙҙәрсә кешене, шул иҫәптән Башҡортостанға шәхсән ярҙам итергә килгән Рәсәйҙең баш ҡалаһынан абруйлы ҡунаҡтарҙы берләштерҙе.Асыҡ һауалағы йәрминкәләрҙән тыш, алдынғы эксперттар һәм эшҡыуарҙарҙар эшлекле майҙансыҡ та ойошторҙо.Ыңғай эмоциялар, адреналин һәм ҡосаҡлашыуҙар. Бындай сарала еңеүселәр булмай, һәр кем өсөн төп бүләк — ғаилә менән бергә үткәрелгән ваҡыт.







