Ә бына ошо йәһәттән күптән үҙ маршруттарын асҡан йүнселдәр бөгөн тағы ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуя. Бурыстарҙың береһе — социаль туризмды камиллаштырыу. Малаяҙ йүнселдәре менән хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин осрашты.
Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан һәм "Ғайнан" хәрби позывнойлы яугир менән "Монай" ял базаһы етәксеһе Алис Фәйзуллиндың иҫкә алырлыҡ хәтирәләре лә, һөйләшер уртаҡ һүҙҙәре байтаҡ. Береһе алғы һыҙыҡта булған хәрби һәм урындағы крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы етәксеһе бер-нисә йыл элек Йүрүҙән буйында ял базаһына нигеҙ һала. Ул саҡтағы ҡатмарлыҡтарҙың һөҙөмтәләре бөгөн күренә. "Монай" Салауат районындағы иң билдәле комплекстар иҫәбенән.
Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яҡташтарына һәр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа "Монай" базаһы етәксеһе Әлис Фәйзуллин. Эш гуманитар йөк туплауға ғына ҡайтып ҡалмай. Фронттағы яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ял ойоштороу, уларҙың балаларын төрлө урындарға сәфәргә алып сығыу "Монай" базаһы өсөн ябай, көндәлек күренеш. Эш нигеҙе – миһырбанлыҡ, унан да бигерәк, сабыйҙарҙың күңелен табыу.
"Монай" базаһы райондағы социаль проекттарҙан ситтә ҡалмай. Комплекста 9 кешегә эш урыны булһа, йәй миҙгелендә бында мәктәп уҡыусылары ваҡытлыса вакансиялар менән тәьмин ителә. Ә уларға түләнгән көндәлек, уртаса 3 сәғәтлек хеҙмәт хаҡы кәм тигәндә лә - 2 мең.
Монайҙың социаль программалары бының менән генә тамамланмай. Йүрүҙән буйындағы үҙәктә районда сәләмәтлеге сикләнгән граждандар һаулығын нығыта. Хатта урындағы йәш журналистар өсөн дә "Монай"ҙа һәр ваҡыт урын табыла. Монайҙың Салауат районында туризмды үҫтереүгә индергән өлөшөн тураһында айырым әйтергә кәрәк. Уның исеме хәҙер Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Екатеринбург ҡына түгел, ә Ҡаҙағстанда яҡшы таныш. Ә Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһындағы балалар телестудияһы Монайҙа "Салауат эҙҙәре буйлап" фильмын төшөрә.
Тыуған еренә ереккән һәм уның ҡәҙерен белгән Алис Фәйзуллин маҡсаттары тураһында ла әйтә. Бурыстарҙың береһе – махсус хәрби опеарцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, Салауат районында туризмды камиллаштырыу. Тағы ла бер мөһим аҙым – ерҙең ысын хужаһы булыу.






