Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика делегацияһы Үзбәкстанға эш сәфәре менән барҙы

Унда туризм өлкәһендә ниәттәр тураһындағы 60 протоколға ҡул ҡуйылды.
  • Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика делегацияһы Үзбәкстанға эш сәфәре менән барҙы

Башҡортостан Үзбәкстандан туристар ағымын арттырыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле хеҙмәттәшлеккә әҙер. Һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса, Ташкент һәм Сәмәрҡәнд өлкәләре етәкселәре менән ике төбәктең турист компаниялары араһында хеҙмәттәшлек тураһында 60 протоколға ҡул ҡуйылды. Быйыл апрелдә Башҡортостан етәксеһе Үзбәкстан премьер-министры менән осрашыу йомғаҡтары буйынса туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләп республика хөкүмәтенә Үзбәкстанға бизнес-мисси ойошторорға ҡушҡайны.