Республикала быйылғы ташҡында һыуға батып үлеүҙең тәүге осрағы теркәлде

Тулыраҡ: Республикала быйылғы ташҡында һыуға батып үлеүҙең тәүге осрағы теркәлде

Республикала быйылғы ташҡында һыуға батып үлеүҙең тәүге осрағы теркәлде. Иглин районы Тау ауылында 56 йәшлек ир Ләмәҙ йылғаһы буйына төшә. Боҙ китмәһә лә, йылғала асыҡ урындар булған. Уның тайып китеп, ярҙан ҡолауы билдәле, әлегә кәүҙәһе табылмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре урында эҙләү эштәре алып бара. Ауыл старостаһы Зариф Сафиуллин батып үлеүсенең күптән түгел дауаханала ятып сығыуы тураһында белдерә.