Өфөлә Менделеев урамында шартлаған ҡаҙанлыҡ урынына яңыһын ҡуясаҡтар.
Ул бер-нисә айҙан эшләй башлар, тип көтөлә. “Өфө инженер селтәре” етәксеһе Максим Петров халыҡ йылыһыҙ һәм йылы һыуһыҙ тороп ҡалмаясаҡ, тине. Өфөлә ҡаҙанлыҡ март аҙаҡтарында шартлағайны. Һөҙөмтәлә ҡаҙанлыҡ бинаһы өлөшләтә емерелде.