Өс ай элек Республика перинаталь үҙәгендә тыуған ҡыҙға Рәсәй тигән исем ҡушҡандар. Әлбиттә, сабыйға был исемеде осраҡлы һайламағандар. Тимәк, ғаилә ҡыҙының киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлай. Яңғырауыҡлы исем йөрөткән ҡыҙ менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
Был ғәҙәти булмаған «номерлы» колясканы Йоматау ауылында хәҙер барыһы ла белә. Шулай булмай ни, унда һуңғы өс айҙа танылыу яулап өлгөргән сабый — Рәсәй Евдокимова йөрөй.
Ҡыҙҙың ата-әсәһе өсөнсө балаһына исемдәрҙең төрлөһөн ҡарай. Әммә бала тыуып, сабыйҙы беренсе тапҡыр күкрәгемә ҡыҫҡас – ошо исем тап уныҡы икәнен аңланым, ти әсә.
Рәсәй исеме бик һирәк осрай. Әммә беҙҙең илдә тәүгеһе түгел. Баланың ата-әсәһе ҡыҙының ғорурлыҡ менән бергә һынауҙарға дусар булыуы ихтималлығын да аңлай. Бындай кешеләргә иғтибар ҙа юғары.
Асыҡланыуынса, Евдокимовтар сабыйҙарына гел бишек йырҙарын ғына көйләмәй. Йыш ҡына йортта тантаналы көйҙәр яңғырай..
Рәсәйҙән тыш Евдокимовтар ғаиләһендә Ростислав һәм Радислава үҫә. Тормошобоҙҙоң биҙәге һәм төп ҡиммәте — балалар, ти йәштәр.
Ҡыҙға өс ай ғына, ә көслө холҡо әленән һиҙелә. Ата-әсәһе билдәләүенсә, бәләкәй Рәсәй аралашыусан һәм алсаҡ ҡыҙ. Тағы ла шуныһы Рәсәй 27 мартта — Рәсәй Гвардияһы Көнөндә тыуған. Быны Евдокимовтар символик тип иҫәпләһә лә, тәү сиратта был көн улар өсөн ғаиләнең ишәйеү шатлығы.







