Рәсәйҙә балалы ғаиләләрҙе яҡлаусы тағы бер закон ҡабул ителде

Дәүләт Думаһы ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ипотека каникулдарын биреү башланғысын хупланы.
  • Рәсәйҙә балалы ғаиләләрҙе яҡлаусы тағы бер закон ҡабул ителде

Ғаиләлә икенсе бала тыуған осраҡта йә уллыҡҡа бала алыусылар 1 йыл ярымға тиклем кредит түләүен кисектереп тора аласаҡ. Каникул ваҡытында пени һәм башҡа өҫтәмәләр булмай, кредит ойошмаһы залогҡа һалынған торлаҡты тартып алыу хоҡуғынан мәхрүм ителә. Яңы ярҙам сараһы ауыр финанс хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү һәм балалыҡты яҡлау маҡсатында ҡабул ителгән. Закон 1 сентябрҙән үҙ көсөнә инә.