Өфө «Нур» татар дәүләт театрының «Тау» спектакле тәүге тапҡыр юғары премияға лайыҡ булды. Яңауыл районында тыуып үҫкән Илдар Юзеевтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль республика башлығы гранты ярҙамында сәхнәләштерелгәйне. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла беренсегә иң яҡшыһы тип танылды. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
Өфө «Нур» татар дәүләт театры өсөн был тарихта беренсе Алтын битлек. Артистар ҙур тулҡынланыу аша тәҫораттары менән бүлешә.
Айҙар Яббаровтың «Тау» спектакле «Драма театры" номинацияһында еңеү яулай. Спекакль нигеҙендә Илдар Юзеевтың повесть-поэмаһы. Айнур Баянов был спектаклдә төп ролдәрҙең береһен башҡара.
Спектаклдә йәш ғашиҡтар Мөнирә менән Сәиттең мөхәббәт тарихы ята. Сәит фронтҡа киткәнгә тиклем ғашиҡтар тау түбәһендә бер-береһенә тоғролоҡ анты бирә. Йылдар үтеү менән, быуаттар буйына дауам иткән йолалар юҡҡа сыға, ә ҡомһоҙлоҡ рухилыҡтан өҫтөнлөк ала.
Спектаклдә төп геройҙарҙың йәш сағын уйнаған артистар Айҙар Хөснөтдинов һәм Ильгиз Муллабаева өсөн икеләтә ҙур шатлыҡ. Йәш артистар ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән исемгә лайыҡ булды.
“Тау” спектаклендәге костюм, реквизиттар, барыһы ла үҙенсәлекле атмосфера тыуҙыра.
Беренсе күренештә үк артистар ошондай маскаларҙа сығып, тамашасыны шул ваҡыттың мөхитенә сумдыра.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла тәүге тапҡыр “Алтын битлек” юғары премияһын алды. Михаил Булгаковтың «Йәш табип яҙмалары» хикәйәләр циклы буйынса «Мысыр ҡараңғылығы» спектакле «ҡурсаҡ Театры» номинацияһында еңеү яуланы.
Спектаклдә йәш табип ауырлыҡтар, аңлашылмаған күренештәр һәм әхлаҡи ғазаптар менән осраша. Булгаковтың реализмы һәм тапҡырлығы призмаһы аша постановка тормош һәм үлем, кеше яҙмышы һәм әхлаҡи һайлау темаларын күтәрә. Спектаклдә кешелектең мөһим мәсьәләләре күтәрелә. Бында һәр пациент тере булыуҙың нимә икәнен аңларға ынтылыусы йәндең сағылышы булып тора. Мөхәббәт, яҡтылыҡ, ахырҙа тормошҡа өмөт барлыҡҡа килә.
Театр директоры Альберт Имаметдинов ҡурсаҡ театры коллективы был наградаға күптән лайыҡ тип билдәләй.
Был ике еңеү-Башҡортостан мәҙәниәтенең тағы бер триумфы. Былтыр республика ете «Алтын битлек» алды, хәҙер уларға тағы ла икәү өҫтәлде. Был тәү сиратта Башҡортостан театр сәнғәтенең юғары кимәле тураһында һөйләй.







