Башҡортостанда тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән дәүләт программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Был маҡсатҡа алдағы йылдарға 13 миллиард 840 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
  • Башҡортостанда тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән дәүләт программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Программаға ярашлы, 2030 йылға республикала тыуымдың йылына 36 мең балаға тиклем артыуына өлгәшеү күҙаллана. Йәғни 10 процентҡа арттырыу ниәте бар. Бер ҡатынға балалар һаны 1,35-тән 1,6-ға тиклем үҫергә тейеш. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында аборттар һанын да кәметеү бурысы ҡуйылған.