Башҡортостан парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын үткәрҙе

Республиканың закондар сығарыу буйынса төп органы вәкилдәре кесаҙналағы кәңәшмәлә ҡаралған хоҡуҡи акттарҙың күбеһе социаль йүнәлешле, шул уҡ ваҡытта төбәктең ҡануниәтен федераль закондарға тап килтереү ҙә тәүге урындарҙа.
  • Башҡортостан парламенты  депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан парламентында ҡаралған документтарҙың күбеһе социаль йүнәлешле. Улар тәү сиратта, субъект халҡының йәшәү кимәлен арттырырға йүнәлтелгән. Республикала ирекмәнлеккә иғтибар кәмемәйәсәк. Бөгөнгө шарттарҙы иҫәпкә алғанда, ул көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә айырым әйткәйне. Вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина билдәләүенсә, Башҡортостан депутаттарының көҙгө сессияһында ла был йүнәлеш өҫтөнлөклө буласаҡ.