Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына 50-нән ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Семинарҙың мәғрифәтселек программаһына Федераль эксперттарҙан һәм Рәсәй "Белем" йәмғиәте лекторҙарынан оҫталыҡ дәрестәре индерелде. Теоретик, практик һәм интерактив форматтарҙың берләшеүе тыңлаусыларға белем алыу ғына түгел, ә уларҙы реаль бурыстарға яҡын шарттарҙа ҡулланыу мөмкинлеген бирҙе.
Өфөлә Башҡортостандың социаль хеҙмәттәре һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн семинар үтте
Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән көн һайын эшләгән, уларға социаль һәм психологик ярҙам күрһәткән белгестәрҙе йыйҙы.







