Радий Хәбиров шулай уҡ килеп тыуған хәлде кешеләргә япһарырға маташыу бөтөнләй урынһыҙ, тине. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.
Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле мәсьәлә яйлап хәл ителһә лә, уға бөгөнгә тулыһынса яуап табылмаған. Был турала оператив ултырышта республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Көсөргәнешлекте кәметеү йәһәтенән Хөкүмәт максималь кимәлдә эш алып барырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостандағы яғыулыҡ станцияларында хәҙер яңы тәртип. Республикала канистрҙарға бензин, башҡа төр яғыулыҡ ҡойоу ҡәтғи тыйыла.
Энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, проблема аҙна аҙағына тиклем тулыһынса ителергә тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәте иң ҙур етештереүселәр менән даими бәйләнештә. Премьер-Министр Андрей Назаров һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер республикалағы барлыҡ яғыулыҡ ҡойоу станцияларына бензин һәм башҡа төр продукцияны "Башнефть" килтерәсәк. Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәлдәр көйләнгәс тағы бер етди һөйләшеү көтөлә. Республика айырым инвесторҙарға яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөүҙә ярҙам итһә, улар партнерлыҡ ҡағиҙәләрен инҡар иткән, хаҡтарҙы бер-нисә тапҡыр күтәргән.
Оператив кәңәшмә тарихының беренсе тапҡыр рәсми түгел, ә музыкаль өлөшө бар. Рәсәй балаларының өсөнсө фольклориадаһында Башҡортостан исеменән ҡатнашҡан балаларға бензин мәсьәләһе ситен булһа ла, ижад яҡын.
Дүшәмбелә Башҡортостанда яңы объекттар эш башланы. Ауырғазы менән Иглинда асылған һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре социаль көсөргәнешлекте кәметеү мөмкинлеген дә бирә.
Тағы ла бер яңылыҡ – Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәһе. Башҡортостан мәктәптәрен быйыл тамамлап, һынауҙар тапшырыусылар юғары һөҙөмтәләр күрһәтә алған.
Яңылыҡтарҙың береһе – Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың артабанғы эш урыны. Республика етәксеһе Дәүләт Думаһына эшкә күсергә уйламай.
Дүшәмбе кәңәшмәһендә башҡа оператив мәғлүмәттәр ҙә ҡаралды. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы ине.







