"Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге" проектының тәүге төркөмө Белоруссияла ял итә

Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге составҡа Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалалары, Өфө һәм Ишембай райондарынан 44 кеше ингән.
  • "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге" проектының тәүге төркөмө Белоруссияла ял итә

Һигеҙ көн дауам иткән социаль программала 2023 йылдан 55 йәштән өлкән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тур хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидиялана.