Уның әйтеүенсә, ошо маҡсат менән кәшәнәнең тирә-яғындағы һирәк үҫемлектәрҙе ботаниктар өйрәнә, ә Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы үҙәгенең буласаҡ музейы өҫтән үлән менән ҡаплана. Тарихи-мәҙәни комплексты тулыһынса 2028 йылға төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. 2024 йылда иһә буласаҡ комплекстың тәүге өлөшө — визит-үҙәге асылды.
Турахан кәшәнәһен ЮНЕСКО ҡомартҡылары исемлегенә индереүгә әҙерләйҙәр
Был хаҡта «Архтамға» бюроһы етәксеһе Рөстәм Әлибаев белдерҙе.







