Бензинға ҡытлыҡты кешеләргә япһарырға маташыу бөтөнләй урынһыҙ

Бензинға хаҡты нигеҙһеҙ арттырыусы компаниялар эшмәкәрлеге тикшереләсәк.
  • Бензинға ҡытлыҡты  кешеләргә япһарырға маташыу бөтөнләй урынһыҙ

Был турала республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров килеп тыуған хәлде кешеләргә япһарырға маташыу бөтөнләй урынһыҙ, тине. Көсөргәнешлекте кәметеү йәһәтенән Хөкүмәт максималь кимәлдә эш алып барырға тейеш. Башҡортостандағы яғыулыҡ станцияларында хәҙер яңы тәртип. Республикала канистрҙарға бензин, башҡа төр яғыулыҡ ҡойоу ҡәтғи тыйыла. Энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, проблема аҙна аҙағына тиклем тулыһынса ителергә тейеш.

Башҡортостан Хөкүмәте иң ҙур етештереүселәр менән даими бәйләнештә. Премьер-Министр Андрей Назаров һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер республикалағы барлыҡ яғыулыҡ ҡойоу станцияларына бензин һәм башҡа төр продукцияны "Башнефть" килтерәсәк.

Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәлдәр көйләнгәс тағы бер етди һөйләшеү көтөлә. Республика айырым инвесторҙарға яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөүҙә ярҙам итһә, улар партнерлыҡ ҡағиҙәләрен инҡар иткән, хаҡтарҙы бер-нисә тапҡыр күтәргән. Бензинды ҡыйбатыраҡ хаҡҡа һатыусылар 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал, тип иҫкәртә юристар. Яғыулыҡ менән йәшерен сауҙа иткән өсөн 300 мең һумға тиклем штраф, 3 миллион 500 мең һумдан ашыу зыян килтереп ойошҡан схема менән сауҙа иткәндә 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.