Быға тиклем Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһын алыу шарттарын 1 июлдән үҙгәртергә ҡарар ителгәйне. Ставка балалар һанына ҡарап үҙгәрергә тейеш ине. Йәғни, бер бала тәрбиәләгән ғаилә өсөн ул 10 процент, ике бала өсөн 6, өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн 4 процент булыр тип көтөлгәйне. Әле Владимир Путин ҡушыуы буйынса төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар программаны камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Шуға ла уның шарттарын үҙгәртеү буйынса ҡарар 1 октябрҙән һуң ҡабул ителер тип көтөлә.
Рәсәйҙә "Ғаилә ипотекаһы" программаһы шарттары 1 октябргә тиклем үҙ көсөндә ҡала
Был турала илдең финанстар министрлығына һылтанып мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итә.







