Был турала үҙ социаль селтәрендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Был проект буйынса физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификаттар инвалидтарҙа һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға, инвалидлығы булған махсус хәрби операция ветерандарына бирелергә тейеш. Әммә бер шарт-улар ГТО нормативтарын үтәргә тейеш.
Тиҙҙән пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә белеү ҙә мотлаҡ буласаҡ. Башҡортостан был йәһәттән пилот төбәк, тигән Радий Хәбиров.
Республикала спорт нормативтарын үтәү өсөн 66 үҙәк асылған.







