Һөнәре буйынса ул иретеп йәбештереүсе булһа ла, һауала уға тиңләщеүсе лә, етеүсе лә юҡ. Бөрө районынан "Буцефал" ҡушаматлы яугир өҫтөнлөклө пилотһыҙ технологиялар үҙәгенең иң яҡшы операторы тип танылды.
Геннадий Ишмаев бәләкәстән үк иретеп йәбештереүсе-технолог булырға хыялланған. Көн һайын атаһының тимер менән нисек эшләгәнен күҙәткән. Геннадий мәктәпте тамамлағас иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыға һәм алты йыл эшләп ҙур уңыштарға ирешә. Хатта һөнәри конкурстарға еңеүсе итеп таныла. Әммә махсус хәрби операция башланғас ул пилотһыҙ осоу аппараты операторына уҡый һәм контракт төҙөп алғы һыҙыҡҡа юллана.
Геннадий өҫтөнлөклө пилотһыҙ технологиялар үҙәгенең иң яҡшы операторы булып китә. Хәрби бурыстарын уңышлы үтәгән өсөн рәхмәт хаттары һәм миҙал менән бүләкләнә. Контракт тамаланғас тыуған яҡтарын ҡайта, әммә хәҙер ул үҙен зәңгәр күкһеҙ кү алдына ла килтермәй. Шуға ла гөрләтеп туй үткәргәндән һуң тағы ла алғы һығыҡҡа юлланырға ниәтләй.







