Башҡортостандан бер юлы өс кешегә Арктикаға экспедицияға барыу бәхете йылмайҙы

Улар Росатомдың "Ледокол знаний" һәм "Атом дәресе" мәғрифәтселек проектында еңеүселәр.
  • Башҡортостандан бер юлы өс кешегә Арктикаға экспедицияға барыу бәхете йылмайҙы

Ә Төнъяҡ боҙло океанды уларға донъялағы иң ҙур һәм ҡеүәтле атом боҙватҡыстарының береһендә үтергә тура киләсәк. Экспедицияға әҙерләнеүселәр менән Гөлфиә Мәҡсүтова аралашты.

Пермь ҡалаһынан Мария, Кушнаренко ауылынан 9-сы класс уҡыусыһы Илшат Зәйнетдинов һәм Өфө ҡалаһынан Мәҙинә Мусина "Волга атомы" командаһынан. Тап улар Мәскәүҙә Росатом проектында еңеү яулай. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре шатлыҡ хистәрен йәшерә алмай.

Конкурста бер урынға 30 000 кеше дәғүә итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә "Ай өҫтөндә энергия алыу" темаһына үҙ проектын әҙерләргә һәм яҡларға кәрәк була. Проекттың округ этабы Ҡазанда үтә. Уҡыусылар әйтеүенсә, ул мәктәптә төп дәүләт имтиханына әүҙем әҙерләнеү осорона тура килә. Дәүләт имтихандарын Мәҙинә тик бишлегә генә тапшыра.

Илшат Зәйнетдинов та барыһын да уңышлы үтеп сыға. Егет 4 йәштән скрипкала уйнай һәм музыка мәктәбен уңышлы тамамлаған. Ата-әсәһе улдарын скрипкасы булыр тип хыяллана. Ул хатта 90-дан ашыу конкурста ҡатнашып ҙур уңыштарға ирешкән. Әммә егет теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә. Шуға ла әсәһе улына Росатом проектында ҡатнашырға тәҡдим итә.

Тап ата-әсәләр балаларына ҡанат ҡуя ла инде. Уларҙың ярҙамы менән уҡыусылар төрлө үрҙәрҙе яулай. Рәсәйҙең атом флотының ғорурлығы — «Еңеүҙең 50 йыллығы» боҙватҡысы-тиҙҙән йәнә төньяҡ полюсҡа юллана. Һәм уның бортында шулай уҡ Стәрлетамаҡ педагогы Артем Инчин да буласаҡ. Ул «Атом дәресе» тигән икенсе мәғрифәтселек проектында еңеү яулай. «Еңеүгә 50 йыл» боҙватҡысы Росатомдың төрлө проекттары еңеүселәре менән август башында Мурманск портынан юлға сыға.