Дим һәм Затон күперҙәрендә йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнде

Был сикләү автобустарҙан тыш, ауырлығы 3 ярым тоннанан артҡан барлыҡ транспортҡа ҡағыла.
  • Дим һәм Затон күперҙәрендә йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнде

Күперҙәрҙе һаҡлау өсөн бына ошондай ҡарар ҡабул итергә тура килде. Дим күпере буйынса айыр йөк машиналары хәрәкәте ике яҡҡа ла, Затон күперендә ҡаланан сыҡҡанда ғына сикләнә. Еңел машиналар шулай уҡ йөрөйәсәк. Тик водителдәрҙән ике күперҙә лә барлыҡҡа килгән юл билдәләренә иғтибар итеү һорала.