Станцияларға нефть килтереү бер ярым тапҡырға тиерлек арттырылды. Республика башлығы әйтеүенсә, ғәйеплеләрҙе эҙләргә түгел, ә логистиканы яйға һалып, бензин ҡойоу станцияларын яғыулыҡ менән тотороҡло тәьмин итергә кәрәк. Әлегә яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоу ваҡытлыса туҡтатылды. Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына был ҡарарҙы шәхсән күҙәтеүгә алырға ҡушылды. "Башнефть" компанияһы шәхси ҡулдарҙа булған станцияларҙы ла яғыулыҡ менән тәьмин итә башланы. Был район һәм ҡалаларҙағы хәлде тотороҡландырырға һәм хаҡтарҙы арттырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Бензинға хаҡты нигеҙһеҙ арттырыусы компаниялар эшмәкәрлеге тикшереләсәк. Был турала республика башлығы белдерҙе. Автомобилдәргә яғыулыҡ ҡойоу станциялары бензин менән тәьмин итеү аҙна аҙағына яйланырға тейеш, тип хәбәр итәләр республика Хөкүмәтенән. Бензинды ҡыйбатыраҡ хаҡҡа һатыусылар 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал, тип иҫкәртә юристар. Яғыулыҡ менән йәшерен сауҙа иткән өсөн 300 мең һумға тиклем штраф, 3 миллион 500 мең һумдан ашыу зыян килтереп ойошҡан схема менән сауҙа иткәндә 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.







