Хәтер митингыһы "Ҡайғылы әсә" мемориалына сәскәләр һалыуҙан башланды. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө Ватанды һаҡлаусыларҙың бер нисә быуынын берләштерә. Башҡортостанда әле Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан утыҙ биш меңдән ашыу ветеран йәшәй. Был көндө улар һәләк булған дуҫтарын, махсус операция геройҙарын иҫкә ала.
Иҫтәлекле саралар бер юлы ҡаланың бер нисә майҙансығында үтте. Ә абруйлы ҡунаҡтар араһында «Башҡортостан Геройҙары» проекты финалистары ла бар ине. Фәнил Бикҡужин хәрби юлын Сүриәлә башлаған. 2022 йылда махсус хәрби операцияға китә. 2025 йылда яраланып ҡайта һәм ветерандар өсөн кадрҙар программаһында ҡатнаша.
Был көндө Беренсе май паркында ветерандар ойошмалары һәм эҙләү отрядтарының экспозицияһы эшләне. Өлкәндәр өсөн был хәҙерге быуынға тыныс күк йөҙөн бүләк иткән Ватанды һаҡлаусылар тураһында һөйләү мөмкинлеге. Сәхнәлә "Мотостроитель" мәҙәниәт йорто коллективтары һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары сығыш яһаны.







