Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә бөгөн 24 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай.
  • Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә бөгөн 24 йыл

Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында ике самолет — Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә. Авария ҡорбандарының күбеһе Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнгән. Унда күккә күтәрелеүсе торналарҙы кәүҙәләндереүсе һәйкәл ҡуйылған.

Шулай уҡ самолеттар һәләкәткә осраған Юберлинген ҡалаһында урындағы властар өҙөлгән ынйы формаһында һәйкәл урынлаштырған. Һәләк булған экипажға һәйкәл «Өфө» аэропортында ла тора. Бар мемориалдар эргәһендә йыл һайын йыназа уҡыу һәм сәскәләр һалыу сараһы үтә.

Икенсе июль таңы республика тарихында ҡанлы йәш менән иҫтә ҡалды. "Башҡортостан һауа юлдары" авиакомпанияһы һәм DHL лайнеры бәрелешеүендә төп ғәйепле тип Skyguide диспетчеры аталды. Фажиғәнән һуң бер-нисә йыл үткәс уға ла яҡты донъя менән хушлашырға тура килде. Уның үлеме лә ошо фажиғәғә бәйле. Һәләкәттә тотош ғаиләһен юғалтҡан Виталий Калоев диспетчер Петер Нильсонға 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Был ваҡиға хәҙер Голливуд фильмдары тарихына ла яҙылған.Юберлинген ерендәге Боден күле аша осҡан 29-37-се авиарейс ҡорбандары мәңгелеккә һауаға күтәрелгән. Германияла был фажиғә тураһында өҙөлгән ынйылар һәйкәле хәтерләтә.