Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Абхазияла

Абхазия Рәсәй Федерацияһының стратегик партнеры булһа, Башҡортостан өсөн ул йылы мөнәсәбәттәр бәйләгән туғандаш республика.
  • Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Абхазияла

Май айында Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеш булдырылды. Был туризмды үҫтереүгә этәргес бирҙе. Шулай уҡ сауҙа-иҡтисади, гуманитар өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек киңәйә бара.

Эшлекле сәфәр ваҡытында Абхазия президенты Бадра Гунба менән осрашыу, шулай уҡ Өфө менән Сухумды туғандаш ҡалалар итеү тураһындағы килешеүгә лә ҡул ҡуйыласаҡ, тип яҙа үҙенең социаль селтәрендә республика етәсеһе Радий Хәбиров.