Башҡортостан үҫеш юлында

Тулыраҡ: Башҡортостан үҫеш юлында

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай алдында төбәк хөкүмәтенең эш йомғаҡтары тураһында сығыш яһаны. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, министрҙар кабинетының эшмәкәрлеген уңышлы, тип баһаларға мөмкин. Әссә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Бөгөн төп бурыс – Башҡортостан халҡының йәшәү кимәлен күтәреү. Республика етәкселеге ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Ауыл ерендә көн иткән халыҡҡа иғтибар. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм хәмитов бөгөн ошондай бурыс ҡуя. Тағы ла бер маҡсат – бөгөн кемдер үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, биләгән вазифаһын шәхси юҫыҡта ҡулланырға тейеш түгел. Рөстәм Зәки улы Өфө хакимиәтендәге һуңғы үҙгәрештәргә үҙ баһаһын бирҙе. Был тәү нәүбәттә вице-мэр Александр Филлиповтың эштән алыныуына бәйле. Ығы – зығының килеп сығыуын кемдер үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана икән, улар хаталана, тине Башҡортостан етәксеһе. Республика Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың социаль йөкләмәләрҙе теүәл үтәүе төбәк хәленең тотороҡло булыуына ишара. Әлбиттә, бөгөн иҡтисади йәһәттән яңы үҙгәрештәр, эш урындарын арттырыу, инвестиция проекттарына өҫтөнлөк биреү – уларҙың барыһы ла көндәлек хәстәргә әйләнергә тейеш. Башҡортостан Парламенты депутаттары фекеренсә, Хөкүмәт тарафынан һөҙөмтәле эш алып барыла. Ул социаль өлкәлә, сәнәғәттә, ижтимағи тормошта сағылыш таба.Республика етәксеһе яңы инвестиция проекттарына баҫым яһарға саҡырҙы.