Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре Санкт-Петербургтағы террор ғәмәлен ойоштороуҙа шикләнеүсе тағы ла бер кешене ҡулға алған. Акрам Әзизовтың бил сумкаһында хәрби граната табылған.
Балтик диңгеҙендә Рәсәй хәрби-диңгеҙ флоты кораблдәре күнекмәләре үткән. Уның барышында “Кузнецк” катеры һауалағы сәпкә ракета осорған.
Обнинск ғалимдары ПАМ-3 препаратын эшләгән. Икенсе төрлө уны ҡанды алмаштырыусы ҡатнашма тип тә атайҙар. Препаратты күп ҡан юғалтҡанда ҡулланырға мөмкин. ПАМ-3 эритроциттарҙы алмаштыра һәм теләһә ниндәй ҡан төркөмөнә тап килә.
Төркиәләге ҡалаларҙың береһендә автомобиль тәгәрмәсе асыҡ ишектәр аша дарыуханаға килеп ингән. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ул үтеп барған машинанан ысҡынған. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ