Башҡортостанда тәүге бала тыуғанда 300 мең һумлыҡ социаль түләүгә ғаризалар ҡабул итеү башлана.
Был хаҡта төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. Билдәләнгән тәртипкә ярашлы, түләүҙе 35 йәшкә тиклемге һәм торлаҡҡа мохтаж тулы ғаиләләр аласаҡ. Бындай ғаиләлә беренсе бала 2017 йылдың беренсе ғинуарынан 2019 йылдың беренсе ғинуарына тиклем тыуған булырға тейеш. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала 2 мең 200 ғаилә 300 мең һумлыҡ социаль түләүгә дәғүә итә. Был маҡсатҡа 660 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ғөмүмән, программаны үтәүгә 1 миллиард һум кәрәк. Аҡсаны ғаилә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуға, ипотека буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн түләүгә тотона ала. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә ярҙам итеү, тыуымды арттырыу маҡсатында ошо туралағы указға мартта ҡул ҡуйғайны. Республика башлығы әйтеүенсә, аҡса демографияны яҡшыртыуға етди этәргес буласаҡ тине.