Өфө районы “Иван Купала” байрамы үтте

Өфө районы Николаевка ауылында боронғо йолаларҙы һаҡлаған Иван Купала халыҡ байрамы ойошторолдо
  • Өфө районы “Иван Купала” байрамы үтте

Ҡунаҡтар боронғо рус көнкүреше атмосфераһына сумды, асыҡ һауалағы уңайлы майҙансыҡта байрам йырҙары яңғырағаны, түңәрәктә бейеүҙәр һәм усаҡ яғыу йолалары күрһәтелде.

Байрам урындағы «Русь» халыҡ ансамбле башҡарыуында дәртле йырҙар менән башланып китте. Ғөмүмән әйткәндә, был кистә йырҙар һәм уйындар күп булды.

Йылға буйында йыйылыусыларҙы байрамдың йолалары, тарихы һәм мәғәнәһе менән таныштырҙылар. Шифалы үләндәрҙән таж үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был саранан бер гүзәл зат та ситтә ҡалманы.

Йәш ҡыҙҙар ялан сәскәләренән ошондай таж үреп һөйгән йәрҙәренә күрәҙәселек иткән.

Был яланда сәскәләр һаны күпкә кәмене әлбиттә, әммә ҡыҙҙар был кистең мөғжизәһен элек-электән түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Сәскәгә ҡушып матур теләктәрҙе лә үргәндәр. Ә һуңынан, ҡояш байығас:

Сәскә тажын йылға буйынан ағыҙып һөйгән йәрҙәренә юрағандар.

Әгәр таж ситкә ағып китһә, тимәк, ҡыҙ тиҙҙән кейәүгә сығасағына юрағандар. Буласаҡ һөйгән кеше таж киткән яҡтан килә тип тә иҫәпләгәндәр. Әгәр таж ярға әйләнеп килһә, быйыл туй көтөлмәүенә ышанғандар.

Ҡулға-ҡул тотоношоп уйындар уйнау, түңәрәктә әйләнеү, теләктәр теләү ҙә, был байрамдың мотлаҡ өлөшө ти ойоштороусылар. Иван Купала байрамы тәбиғәт менән берҙәмлекте символаштырған. Ут менән таҙартыныу йолалары ла үтәлмәй ҡалмай.

Барлыҡ насар уйҙарҙан һәм негатив энергиянан ҡотолоу өсөн усаҡ өҫтөнән һикереү мотлаҡ.

Усаҡ ялҡыны бөтә бәләләрҙе яндыра, ә бөтәһенән дә юғарыраҡ һикереүсене йыл дауамында тик уңышлыҡтар көтә тип иҫәпләнгәндәр.

Беҙҙең көндәрҙә бындай байрамды ойоштороуҙың сәбәбе, ауыл халҡына онотолоп барған байрамдар менән таныштырыу маҡсаты ти ойоштороусылар .

Иван Купала - яҡтылыҡ, таҙалыҡ, өмөт һәм берҙәмлек байрамы. Урындағы халыҡ бындай саралар ойошторолоуына шат.

Йылы кис, йәнле аралашыу, йырҙар һәм уйындар, хатта ҡойоп яуған ямғыр ҙа байрам кәйефенә ҡамасауламаны.