Архангель районында Инйәр йылғаһында боҙ тығылды.
Ашығыс саралар күрмәгәндә Карташовка ауылы һыу аҫтында ҡалыр ине. Шуға ла ҡалын боҙ тығындарын шартлатырға тура килде.Инйәрҙә әле хәл көйләнгән. Ғәҙәттән тыш хәл сыға ҡалһа, районға хәрбиҙәр тағы ла ярҙамға килергә әҙер.