Башҡортостанда яҙғы-баҫыу эштәре башланды.
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районы дым ҡаплауға, тағы ла тиҫтәгә яҡын районда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға төштө. Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып сығыу өсөн республика хөкүмәте бюджеттан 200 миллион һум аҡса бүлә. Был аҡса яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частәр һәм минераль ашлама өсөн алынған кредиттарҙың процент ставкаларын ҡаплауға тотоноласаҡ. Былтыр республикала 3 миллион 300 мең тонна иген йыйып алып аҙыҡ-түлек именлеген тулыһынса тәьмин итә алды. 2020 йылға тиклем иген уңышын 4 миллион 200 мең тоннаға еткереү ҡарала.