Бөгөн - Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө

Тулыраҡ: Бөгөн - Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө

Бөгөн — Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө.

2006 йылда ҡабул ителгән 131-се Федераль закон урындағы үҙидараның вәкәләттәрен һәм функцияларын арттырҙы. Ауыл хакимиәттәре власть структуралары араһында халыҡҡа иң яҡын торғаны. Халыҡ та һәр төрлө ярҙам һорап, башта урындағы властарға мөрәжәғәт итә. Бирелгән вәкәләттәрҙе башҡарыу өсөн ауыл хакимиәте бюджетында аҡса ла булырға тейеш. Бөгөн Өфөлә Урындағы үҙидаралыҡтар көнөнә арналған ултырыш үтә. Уның барышында алдынғы муниципаль райондар, ауыл биләмәләре, чиновниктарҙың халыҡҡа иң яҡын торған ҡатламынан иң яҡшылар тәбрикләнәсәк.