Эш хаҡы ҡасан түләнер?

Тулыраҡ: Эш хаҡы ҡасан түләнер?

Яуаплығы сикләнгән ойошмаларҙың береһе Ноғай ауылында төҙөлгән балалар баҡсаһы өсөн хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәгән. Хәҙер иһә ойошма банкрот тураһында иғлан итеп исемен дә үҙгәрткән. Был хаҡта хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина белеште. Был ике ҡатлы, күркәм балалар баҡсаһы 2015-се йылдан сафҡа индерелгән. Тик уны төҙөүселәр генә башҡарылған хеҙмәт өсөн аҡса ала алмай йонсой.Фәйзуллиндар балалар баҡсаһы төҙөлә башлағас та бында ҡарауылсы булып урынлаша. Ун бер ай эшләнек, ай һайын аҡсаны ҡулға бирә барҙылар, әммә һуңғы биш ай өсөн түләмәй алданылар, ти улар. Ике суд ҡарары ла Фәйзуллиндарҙың мөрәжәғәтен ыңғай хәл итә. Әлеге көндә ойошма директоры Олег Кузьминых уларға 185 мең һум, ә Айҙар Мөхлисламовҡа миллион һумдан ашыу аҡса түләргә тейеш. Әле ойошма исемен үҙгәртеп, бөлгөнлөк тураһында иғлан иткән. Беҙ бының бының сәбәбен асыҡлау өсөн ойошма директоры Олег Кузьминых менән осрашырға булдыҡ.Ойошма етәксеһе беҙҙең менән һөйләшеүҙән баш тартты. Фәйзуллиндарҙы танымаған булып ҡыланырға ла оялманы. Сетерекле мәсьәлә ыңғай хәл ителерме, әллә хаҡлы ялдағылар һаман был кешенең тәүбәһенә килеүен көтөп көн күрерме?