Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарылған «Театр яҙы» IX республика фестивален асыу тантанаһы үтте.Алты көн дауамында Өфөнөң төрлө сәхнә майҙансыҡтарында милли драматургия әҫәрҙәре буйынса 15 спектакль күрһәтеләсәк. Фестиваль программаһында республиканың барлыҡ профессиональ театр коллективтары, шулай уҡ Алексей Бахрушин исемендәге Дәүләт үҙәк театр музейы ҡатнаша. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре һәм Рәсәйҙең алдынғы театр эшмәкәрҙәренең лекциялары ойошторола.
Театр яҙы
Тулыраҡ: Театр яҙы