Шишмә районында был эштәр бик йылдам бара. Ҡояшлы көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша эшселәр. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина белеп ҡайтты.
Люцернаны сабырға кәрәклеген Риф Байбурин белеп тора. Ул 56 йыл буйы ауыл хужалығына тоғро хеҙмәт итә. 1970-се йылда әрме сафынан ҡайтҡас колхозда эшләй башлай, әле иһә ферма мөдире вазифаһын башҡара. Урып-йыйыу осоронда хеҙмәтсәндәр йыл ярымға етерлек мал аҙығы әҙерләй. Әйткәндәй, фермала 2 меңдән ашыу эре мал, шуларҙың 800-гә яҡыны һауым һыйыры. Ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән башҡа фермерҙар кеүек үк беҙ ҙә эште һауа шарттарына ҡарап үҙгәртәбеҙ, ти Риф Тимур улы.
Әлеге ваҡытта Шишмә районында 11 меңдән ашыу эре мал бар. Планға ярашлы, 13 мең тоннаға яҡын сенаж әҙерләргә йыйыналар. Әлегә уның 78 проценты әҙерләнгән. Баҫыуҙарҙа сабылған үләнде шунда уҡ малдарға ашарға уңлайлы итеп әҙерләп ебәрәләр.
Ауыл хужалығы ла заман менән бергә атлай. Комбайнсының кабинаһында кондиционер эшләй, элекке кеүек майға бысыранып йөрөйһө юҡ. Бөтә нимә автоматик рәүештә эшләй, водителгә рулде кәрәк яҡҡа борорға ғына кәрәк. Был машиналарҙың етештереүсәнлеге лә таң ҡалдыра.
Бөтә уңышты эшкәртеп, пртабан фермаға алып китәләр. Бөгөнгө көндә яңы уңыштан был крәҫтиән-фермер хужалығы 5 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Тағы ла 2 тонна аҙыҡ әҙерләйһе ҡалған. Республикала июль эҫеһе тағы бер-нисә көнгә һуҙыла. Ямғыр сенаж, силос туплауға тотҡарлыҡ яһамаҫ, тигән ышаныс бар. Ауыл эшсәндәре ҡояшлы көнгә ышана. Әгәр барыһы ла ыңғай торһа, хужалыҡтар мал аҙыҡһыҙ ҡалмаясаҡ.







