Мәләүез ҡалаһындағы ике урам һыу аҫтында ҡалған.
Мәләүез районы Ҡаран йылғаһы ярҙарынан сығып Мәләүез ҡалаһындағы ике урамда 17 йорт-ҡаралты һыу аҫтында ҡалған. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Тәйрүк йылғаһы ярҙарынан сығыу сәбәпле Ишембай районы Байғужа ауылы ла һыу аҫтында ҡалды. Ә Архангель районында Инйәр йылғаһында боҙ тығынын бөтөрөү өсөн шартлатҡыстар ҡулланырға тура килде. Быға тиклем Оло Ыҡ йылғаһының кимәле күтәрелеүе сәбәпле, Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй ауылын һыу баҫҡайны. Әле бында хәл тотороҡланған.